Уҡыу йортондағы заманса кабинет «Шанс» компаниялар төркәмө менән берлектә, дәүләт-шәхси партнерлығы нигеҙендә төҙөлгән Яңы лаборатория үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса махсуслашҡан. Уның мөмкинлектәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яңы минераль ашламалар, гербицид-пестицидтар уйлап табыу өсөн ҡатмарлы лаборатория тикшереүҙәре, баҫыу һынауҙары талап ителмәй. Фәнни эҙләнеүҙәрҙе, ғилми асыштарҙы планшет эсендә генә башҡарырға мөмкин. Гаджетҡа махсус программа индерелгән.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса заманса лаборатория уҡыу йортоноң агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетында урынлашҡан. Бында студенттар ҙа, ғалимдар ҙа шөғөлләнә ала. Белгестәр әйтеүенсә, үҫемлекселек өлкәһендә күптән уйлап табылған һәм уңышлы ҡулланылған препараттар, минераль ашламалар күп. Әммә заман бергә яңы ауырыуҙар барлыҡҡа килә, тәбиғәт ҡоротҡостарына ҡаршы заманса көрәш алымдары талап ителә.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса заманса кабинет «Шанс» компаниялар төркөмө менән берлектә асылған. Белгестәр әйтеүенсә, был хеҙмәттәшлекте бер атҡанда ике ҡуян тип атарға мөмкин. Берҙән, ҡеүәтле агрокомпания үҙенә төплө белемле кадрҙар әҙерләй, икенсенән яңы асыштарға нигеҙ һала.
Ошонда уҡ уҡыу йорто менән ауыл хужалығы компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, ике яҡ араһында берлектәге фәнни тикшеренеүҙәр, уҡыу йорто студенттарының практикаһын компания предприятиеларында ойоштороу ҡарала.
Аудиторияла лекцияларҙы һәм практик дәрестәрҙе офлайн рәүештә һәм дистанцион формала уҙғарырға мөмкин. Был үҙ сиратында фәнни эшмәкәрлеккә, уҡытыу процесына донъя, ил кимәлендәге белгестәрҙе йәлеп итергә, онлайн рәүештә алдынғы предприятиеларҙың эш тәжрибә менән танышырға булышлыҡ итә.
Рәмзиә Кәримова



