Оло быуын өсөн аралашыу үҙәге. Былтыр Баймаҡта өлкән йәштәгеләргә сифатлы ял мөмкинлеге булдырылды. Социаль фонд тарафынан ғәмәлгә ашырылған проекттың төп идеяһы - ололарға дуҫтарса бәйләнеш булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың һәләттәрен асыу өсөн яңы ҡыҙыҡһыныуҙар табыу. Үҙәк эшмәкәрлеге тураһында киләһе репортажда.
Ял итеү зоналары. Бәләкәй китапханалар. Компьютерҙар. “Ижади оҫтахана”. Бында ололар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған йүнәлеш буйынса аҙнаның шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна көндәре шөғөлләнә ала.
Был юлы хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар милли биҙәүестәрҙе эшләү серҙәренә өйрәнде. Төрлө һөнәр эйәләрен ҡул эштәренә булған ҡыҙыҡһыныу берләштерә. Бында оҫта ханымдар был йүнәлештең өс төрөн үҙләштерә ала.
Үҙәктәрҙең социаль миссияһы - өлкән быуын кешеләренең ялын файҙалы үткәреү, үҙ-ара аралашыу минуттарын ойоштороу, яңы мөмкинлектәр асыу. Бында теләге булған һәр кем бушлай төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ала.
Альбина Байегетова






