Мөмкинлектәр сикләнмәй. Стәрлетамаҡтан Илнур Шәрифуллин күреү һәләте буйынса инвалид булыуға ҡарамаҫтан, массажистҡа уҡып үҙен эш менән тәьмин иткән. Шулай ҙа яҡташыбыҙ өсөн тормоштағы иң ҙур еңеү - бәхетле ғаилә ҡороуҙа. Церебраль фалиждан яфаланған ҡатыны менән ул ҡыҙ үҫтерә. Тулыраҡ киләһе яҙмала
Илнур Шәрифуллиндың тыумыштан күреү һәләте насар. Мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, массажист һөнәрен үҙләштергән. Шифаханаға эшкә урынлашып, көн дә тиерлек пациенттарға физиотерапия процедураһы уҙғара. Массаждың төрлө ауырыуҙарҙан дауалау, иҫкәртеү ысулы булыуын билдәләй.
Илнур Шәрифуллин ҡатыны менән ҡыҙ үҫтерә. Йәсминә декабрҙә донъяға килгән, табиптар уның сәләмәтлеге яҡшы булыуын билдәләй. Ә был йәш ата-әсә өсөн оло бәхет, сөнки икеһенең дә физик мөмкинлектәре сикле. Ғаилә йортло булыуға ла һөйөнөп бөтә алмай.
Эльза Ҡырмыҫҡалы районынан. Бала сағында шыуышып ҡына йөрөгән ҡыҙ ҡатмарлы операция үткәреп аяҡҡа баҫҡан. Бөгөн ул пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан чемпионы. Спорт буйынса ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән. Шулай уҡ күңеле менән сәнғәткә лә тартыла.
Бәхетле пар социаль селтәр аша танышҡан. Физик мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн улар бәхетле тормошта йәшәй. Бер - береһенә оло терәк. Ғаилә киләсәккә лә ышаныс менән ҡарай, ҡыҙҙарына яҡшы тәрбиә биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
Гөлназ Хәйбуллина






