Бөрйән районы Байназар ауылында республика бәйгеһенең муниципаль этабы үтте

Хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда йыл ҡышҡы ғаилә уйындарынан башланды. Республикала йолаға әйләнгән сара һәр муниципаль берәмектә ойошторола. Быйыл Бөрйән районы ғаиләләренең ярышы Байназар ауылында үтте.

Берҙәмлеккә, ойошҡанлыҡҡа нигеҙләнгән спорт һәм ижад конкурсында төбәктең 9 ғаиләһе көс һынашты. Ярыш 7 уйын төрөндә барҙы. Командаларҙың һәр береһе етди әҙерләнгән, ғаилә ағзалары физик яҡтан әҙерлекле, етеҙ. Әммә конкурс еңеүсеһеҙ булмай. Бар этаптарҙан һуң иң күп балды Байназар ауылынан Хисаметдиновтар ғаиләһе йыйыуы асыҡланды. Улар еңеүсе булараҡ Бөрйән данын Башҡортостан кимәлендә яҡлаясаҡ. Финал 26 ғинуарҙа Өфөлә уҙа.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ