Киләһе йыл да ошо уҡ күләмдә аҡса йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Был турала Радий Хәбиров Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда ат спортын , йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур пландар ҡоролған. Республикала йылҡысылыҡ үҙәге барлыҡҡа киләсәк, ауыл хужалығында ла күпләп ат тотоусыларға ярҙам күрһәтеләсәк. Районға эш сәфәре тураһында киләһе репортажда.
Робот ашата ла, таҙарта ла, аҫтарын да йыйыштыра. Дүртөйлөнөң «Ленин» исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығы һыйырҙары мал ҡараусыны күрмәй ҙә тиерлек. Өс йөҙ башҡа иҫәпләнгән яңы ҡурала барыһы ла автоматлаштырылған. Һыйырҙар ҙа бында махсус маттарҙа ғына ял итә.
«Ленин» исемендәге хужалыҡта һөт-тауар фермаһын модернизациялау тураһындағы проект ике йыл элек кенән «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралғайны. Йәлеп ителгән аҡса күләме 126 миллион һумға етте. Бөгөн ауыл эшсәндәре уның һөҙөмтәһен күрә. Һөт етештереү күләме арта, ә ҡуралар мөмкин тиклем автоматлаштырылған.
Яңы һөт һауыу залы ла «Параллель» системаһына ҡоролған. Был алым бер юлы 50 һыйырҙы үткәреү мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта һауылған һөттөң сифатын , малдарҙың сәләмәтлеген да тикшерә ала.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, көнәркәшлек артҡан һайын тап ошондай ҙур комплекстар төҙөүгә өҫтөнлөк биреү мөһим.
Республика башлығы тоҡомсолоҡ хужалығы эшсәндәре, ауыл халҡына рәхмәтен белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, районға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк. Яҡын арала юлдар мәсьәләһе лә хәл ителә башлаясағын әйтте. Дүртөйлөнөң «Арғымаҡ» ат спорты комплексы ла быйыл уҡ төҙөкләндереүгә 20 миллион һум аҡса аласаҡ. Киләһе йылда ла ошо уҡ күләмдә аҡса йыһазландырыу өсөн йүнәлтеләсәк.
Ат спорты комплексында әле 30 сабыш аты тәрбиәләнә. Шулай уҡ балалар өсөн күнекмәләр уҙғарыу өсөн 15 ат һәм 5 пони тотола. Бында өс тиҫтәнән ашыу төрлө разрядлы спортсылар, 2 спорт мастеры һәм 10 кандидат әҙерләнгән. Балалар ҙа бик теләп йөрөй һәм атта сабышырға өйрәнә. Буласаҡ жокейҙарҙы Радий Хәбиров иртәгә баш ҡалала уҙасаҡ хоккей матчына саҡырҙы.
Айнур Кәбиров



