Радий Хәбиров Дүртөйлөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Радий Хәбиров Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рөстәм Тимерғәлиев, Рәнис Шәйехов һәм Фәнзил Ғәлимйәновтарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртҡаҡлашыуын белдерҙе һәм хәрби бурыс үтәгәндә ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарҙың вафатынан һуң бүләкләнгән Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, яҡындарын юғалтыусыларҙың береһе лә яңғыҙ ҡалмаясаҡ. Республика уларға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтә. Ата-әсәләр реабилитация курстары үтә, дауахана, шифаханаларҙа сәләмәтлектәрен яҡшырта ала. Шулай уҡ Ватан һаҡсыларының исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән дә эштәр алып барыла. Һәр ғаилә ҡурсауға алынасаҡ, тине Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ