Баш ҡалала саңғы уҙышы буйынса асыҡ ҡала беренселегенең беренсе этабы тамамланды

Унда өфөләрҙән тыш, Мишкә һәм Ҡалтасы райондарынан да ҡатнашыусылар булды. Спортсылар дүрт йәш категорияһында ярышты. 2 һәм 3 саҡрымға йүгерҙеләр. Башта спринт буйынса иң көслөләр билдәләнһә, һуңынан күмәк старт ойошторолдо. Ярышты йомғаҡлау сараһы мартҡа планлаштырылған.

Саңғыла өсөнсө йыл йөрөйөм, бөгөнгө ярышта йүгереү ауыр булды. Шулай ҙа бирешмәнем, тик алға ғына ынтылдым. Икенсе урын алыуым - тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһе.

София Павлова, саңғы уҙышында ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ