Был турала Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Уҙған йылда бындағы предприятиела ҡош киҙеүе асыҡланды, 3 миллиондан ашыу тауыҡ юҡ ителде. Карантин тамамланған, әммә эште башлау өсөн ваҡыт талап ителә. Ҡош киҙеүенә тиклем Өфө районындағы предприятиела республикала һатылған тауыҡ йомортҡаларының 68 проценты етештерелә ине.







