2023 йылда был дәүләт менән сауҙа 39 ярым тапҡырға артҡан, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Сауҙа тулыһынса Башҡортостандан экспортҡа тура килә, беҙҙең республика Тунистан продукция алмай. 2030 йылға Башҡортостанда йыллыҡ тышҡы тауар әйләнешен 8 миллиард 800 миллион долларға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле был күләм 5 миллиард доллар самаһы.




