Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 19 районда 46 яңы объектты файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Республикала модулле ҡунаҡхана, глэмпингтар булдырыу өсөн быйыл 650 миллион һум ҡаралған. Уның 260 миллионын федераль ҡаҙна бүлә. Шулай уҡ сығымдарҙы республика ҡаҙнаһы,инвесторҙар финанслай.







