«Беҙҙән башҡа бер кем түгел» - уларҙың девизы. Рәсәйҙә инженер ғәскәрҙәре көнө билдәләнде. Рәсәй әрмеһенең иң боронғо формированиеларының береһе тамырҙары менән Петр 1 дәүеренә барып тоташа. Уның яугирҙар хәрби бурысын хәҙер махсус операция биләмәһендә намыҫ менән үтәй.
Инженер ғәскәрҙәре төп көстәр һөжүм иткәнсе мина яландарын зарарһыҙлай йәки алға хәрәкәт итеү өсөн кисеүҙәр һала. Һөнәри байрамдарына ҡарамаҫтан Шишмә районында ойошторолған сарала шәхси составтың бер өлөшө генә. Сөнки 12-се айырым инженер бригадаһы яугирҙарының күбеһе махсус операция биләмәһендә. Подразделение тәүге көндәрҙән тиерлек алғы һыҙыҡта. Был ваҡыт эсендә 350-нән ашыу кеше дәүләт наградалары, шул иҫәптән 30 хәрби хеҙмәткәр «Батырлыҡ ордены» ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәре башын һалғандан һуң. Шул иҫәптән бригада командиры Сергей Порохня хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Һөнәри байрам уңайынан яугирҙарға дәүләт наградалары, шул иҫәптән Шайморатов ордендары һәм миҙалдары тапшырылды. Ғәскәри часта гүзәл зат вәкилдәре лә хеҙмәт итә. Уларҙың хеҙмәте лә наградалар менән билдәләнде.






