Сараны республиканың Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды менән берлектә ойошторҙо. Аутизмдың этиологияһы әлегә тиклем асыҡ түгел. Сир һәр кешелә төрлө булыуы ихтимал һәм уны дауалау алымдары ла айырыла. Шуға күрә һәр кемгә индивидуаль ҡараш талап ителә. Белгестәр фекерен БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова тыңланы.
Конференцияла сығыш яһаусылар араһында иң кескәй белгескә 9 йәш. Савва Рәсәй тарихы, география предметтарын ярата. 5 йыл элек кенә уның ата-әсәһе был турала хыял ғына йөрөтһә, табиптар бала коррекция мәктәбендә лә уҡый алмаясаҡ тип күҙаллаған. Бөгөн килеп малай алдынғы эксперттар алдында уңышлы сығыш яһай.
Светлана улының диагнозы тураһында белгәс, дауалауҙы туҡланыуҙан башлай. Аутизм спектры боҙолған балалар айырым продукттарға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың ашҡаҙаны составында глютен булған һәм һөт аҙыҡтарын эшкәртә алмай. Башҡортостанда ошондай балалар өсөн махсус меню төҙөлгән. Уны мәктәптәрҙә һәм медицина учреждениеларында ҡулланалар.
Конференцияла ғалимдар, педагогтар, табиптар, балаларына аутизм диагнозы ҡуйылған ата-әсәләр - 400 ашыу кеше ҡатнашты. Онлайн тарнсляцияны республиканың барлыҡ уҡытыусылары ҡараны. Аутизмды дауалауҙа һәм диагностикалауҙа һәр балаға индивидуаль ҡараш талап ителә. Бер балаға ярҙам иткән дауа икенсеһенә тап килмәүе ихтимал.
2023 йылда Өфөлә менталь сәләмәтлек үҙәге асылды. Белгестәр аутист балаларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү өсөн республиканың төрлө райондарына сыға.
Аутизм төрлө була, берәүҙәр был сир менән тыныс ҡына йәшәй ала, икенселәр өсөн был диагноз оло һынау. Шуның өсөн бындай балаларға айырым ҡараш, ярҙам кәрәк.
Лилиә Мәҡсүтова






