Проектты Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты студенттары Рәсәй юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында тормошҡа ашыра. Экскурсиялар барышында юриспруденцияға бәйле Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары менән танышырға мөмкин. 16-сы гимназияла белем алыусылар туристик маршруттың тәүге ҡатнашыусылары булды. Йыл дауамында барасаҡ проекттың тәүмаҡсаты - үҫеп килгән быуындың хоҡуҡи грамоталығын арттырып, тарихи хәтер, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.






