Хөкүмәт ултырышында Радий Хәбиров Баймаҡтағы хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Башҡортостан һәм уның халҡы экстремизмға ҡаршы тороп, һынауҙы лайыҡлы үтте. Хөкүмәт ултырышында Радий Хәбиров Баймаҡтағы хәлгә ҡарата йәнә үҙ фекерен белдерҙе. Республикала хәлде ҡаҡшатырға тырышыусылар тураһында дөрөҫөн һөйләргә кәрәк, тине төбәк етәксеһе.

Бөгөн ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә экстремистар ҡылығының ысын сәбәптәре күрһәтелгән видеоролик та һалды. Был репортаж йәкшмәбе беҙҙең каналда эфирға сыҡты. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын кабинеттарынан сығырға, халыҡ менән йышыраҡ аралашырға, уларҙың проблемаларына ҡолаҡ һалырға, хәл итергә саҡырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ