Башҡортостанда билдәле дәүләт эшмәкәре, БАССР-ҙың беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла. Тарихи шәхестең исемен мәңгеләштереү тәҡдимен бөгөн оператив кәңәшмәлә тарихсы, йәмәғәт эшмәкәре Рәмил Рәхимов индерҙе.
Оператив кәңәшмәлә Рәмил Нәсибулла улына Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, тарихсы республикала Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү, Рәсәй Геройы исемен юллау буйынса ҙур эш алып барҙы. Ғалим әле Салауат Юлаевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов тураһындағы фәнни хеҙмәт өҫтөндә эшләй. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге орденға лайыҡ булыу тарихсы өсөн икеләтә оло әһәмиәткә эйә, тине Рәмил Рәхимов. Бүләкләү тантнаһында ул Башҡортостан башлығына дәүләт эшмәкре Миҙхәт Закир улы Шакировҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был фекерҙе хупланы.






