Ведомствоға нигеҙ батша Петр 1-се указы менән 302 йыл элек һалына. Прокуратура 3 быуаттан ашыу илдәге тәртип, хоҡуҡ һағында тора. Башҡортостан Рәсәйҙә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала.
Һеҙ граждандарҙың социаль, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлайһығыҙ, енәйәтселек , ришүәтселек һәм экстремизм менән көрәшәһегеҙ, дәүләт программаларын һәм милли проекттарҙың үтәлешен тәьмин итәһегеҙ. Оҙаҡ йылдар дауамында республиканың власть органдары менән прокуратура хеҙмәткәрҙәре араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек ойошторолған.
Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин әйтеүенсә, республика һәр саҡ илдең стратегик төбәге булып ҡала. Тап шуға ла көнбайышта уны эстән ҡаҡшатырға теләүселәр, милләт, дин- ара ыҙғыштар сығарырға маташыусылар буласаҡ. Был енәйәтселек һәм уға юл ҡуймау өсөн прокурорҙар барыһын да эшләйәсәк.



