Кушнаренко районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам әҙерләй

Ирекмәндәрҙән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам. Кушнаренко районында был игзге эште Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр шатабы ойоштора. Улар эшмәкәрлеге хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

«Катюша» йыры менән эш тә ырамлы. Кушнаренко район мәҙәниәт йорто фойеһы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Мәҙәниәт өлкәһенең ирекмәндәре бер-нисә төркөмгә бүленеп яугирҙарға блиндаждарҙы, хәрби техниканы дошман һөжүменән һаҡларға ярҙам итеү маҡсатында маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Ҡышҡы һәм йәйге миҙгелдә ҡулланырлыҡ булһын өсөн гүзәл эаттар селтәрҙәрҙе махсус схема буйынса үрә.

Ә был өҫтәлдә хужабикәләр әҙерләгән туҡмасты үлсәү, полиэтилен тоҡсайҙарға ҡойоу һәм тимер контейнерҙарға тултырыу башҡарыла. Был эштәр ҙә хәрбиҙәр үтенесе буйынса башҡарыла. Тултырылған туҡмастар ауырлығы контейнер тышына яҙыла.

Ирекмәндәрҙе балауыҙ менән район умартасылары тәьмин итә. Һәр кем эштән һуң район мәҙәниәт йортона килеп ҡулынан килгәнсә окоп шәмдәре етештерә. Тәү ҡарашҡа ябай һымаҡ күренгән эштең нескәлектәре лә бар. Һыу мунсаһында балауыҙ иретеп, картон һалынған ҡалайҙарға ҡойола.

Был коробкаларҙа яугирҙар өсөн гигиена кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр, медикаменттар, айырым адресаттарға тәғәйенләнгән посылкалар ҙа бар. Тыуған ер сәләме, яҡындарының, яҡташтарының йөрәк йылыһы менән тупланған әйберҙәр райондан ойошторолған гуманитар конвой колоннаһына тапшырыласаҡ.

Кушнаренко районы ирекмәндәре 500 ашыу окоп шәмдәре эшләп, тиҫтәнән ашыу маскировка селтәрҙәре үреп алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан. Яҡын көндәрҙә тағы ла 300 окоп шәмдәре, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек яугирҙарға Донбассҡа гуманитар ылау менән оҙатыласаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ