Мәскәү милләттәр йортонда Гөлдәриә Йосопова менән ижади осрашыу үтте

Мәскәү милләттәр йортонда яҙыусы, шағирә һәм журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова менән ижади осрашыу үтте. Уны Мәскәү башҡорттарының ижади берекмәһе ойошторҙо. Әҙәби-музыкаль сарала илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бергә Мәскәү ижади ойошмалары ағзалары, шиғриәт һөйөүсе төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты.

Бынан ике йыл элек Гөлдәриә Йосопова шиғриәт һөйөүселәрҙе «Киләсәккә хат яҙам» тигән тәүге шиғри йыйынтығы менән ҡыуандырғайны. Мәскәүҙәге осрашыуҙа автор ошо йыйынтыҡтағы һәм өр-яңы шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Ижадсының тормош мәғәнәһе тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары, тыуған ергә һәм туған тәбиғәткә, ҡәҙерле кешеләренә һөйөү менән тулы шиғырҙары тамашасы күңеленә хуш килде.

Кисәлә әҙәби һүҙ менән Мәскәүҙең сәнғәт оҫталары башҡарыуында йыр-моң бер-береһенә үрелә барҙы. Мәскәү башҡорттары ижади берекмәһе етәксеһе Әлфиә Агеева менән Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, яҙыусы Диана Свердловская - Зилә Шәйхетдинованың һәләтле милләттәштәребеҙ һәм Мәскәү ижадсыларын бер майҙанға туплауға ирешкән.

Гөлдәриә Йосопова рус телендә Проза ру һәм Стихи ру Рәсәй әҙәби порталдарында ла әүҙем яҙыша. Кисәлә «Рунет яҙыусылар союзы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Сергей Александров Гөлдәриә Йосоповаға Ватан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ижади союзы дипломын тапшырҙы.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ