Белорет районында Биграрыҫлан Солтанов иҫтәлегенә милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышы үтте. Уның исеме күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһы аша таныш. Икенсе тапҡыр ойошторолған спорт сараһы шәхестең исемен мәңгеләштереп, географияһын да киңәйтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт биатлоны өсөн махсус эшләнгән трассаны беренселәрҙән булып балалар һынаны. Һунар саңғыһының кәүҙә ауырлығына тап килеүе лә ҡамаусауламаны. Киреһенсә, алға, еңеүгә этәрҙе.
Һунар саңғыһы урман башҡорттары араһында ҡалтағай тип йөрөтөлә. Ул элек халыҡ көнкүрешендә киң файҙаланылған.
Әгәр ҡалтағай, белореттарҙа йылҡы малының тиреһенән эшләнһә, бөрйәндәрҙә башлыса мышыныҡы файҙаланыла. Исемләнеүе лә башҡаса.
Милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышына Бөрйән районы намыҫын Байназарҙар яҡланы. Улар ҙа Инйәрҙәр кеүек «Айыҡ ауыл» конкурсының быйылғы ҡатнашыусыһы. Шуға ла төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәтергә тырыша.
Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә ойошторолған спорт сараһы өс төр һынауҙан торҙо. Тәүҙә ҡатнашыусыларға ян тартып уҡ атһа, ә икенсе һынауҙа пневматик ҡоралдар сәпкә тоҫҡалды.
Иң ҡатмарлыһы махсус эшләнгән һөнгөләрҙән йәнлек макетына тейҙереү булды.
Азат Ғәлиуллин



