Улар - «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре. Һауа торошо боҙолоуға бәйле, Ватан һаҡсылары оҙон юлда төрлө ҡаршылыҡтарға тарый. Әммә республика властарының үҙәкләштерелгән транспорт ойоштороуы, дәүләт автоинспекцияһы һәм ҡотҡарыусылар оҙатыуында автобустар һуңға ҡалмай. Яҡындарын ҡаршы алыу өсөн «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға байтаҡ кеше йыйылды.
Ир-егеттәр ғаиләһен, яҡындарын, туғандарын һағынып ҡайтҡан. Барыһының да тормошҡа ҡараштары үҙгәргән. Хәҙер Ватан һаҡсыларын көтөп алынған ял көтә.
Отпуск ваҡытында улар йәмәғәт эштәре менән дә булышып, мәктәп уҡыусыларына яу яланындағы йәшәү шарттары, туғанлыҡ һәм гуманитар ярҙам алыуҙары хаҡында һөйләргә йыйына.






