Яҡташтарыбыҙ «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы «номинацияһында «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре.
Ғаилә башлығы Рөстәм Рощинский ауылының мәҙәниәт йорто мөдире, уның хәләл ефете Анна сәнғәт мәктәбе филиалы уҡытыусыһы булып эшләй, вокал һәм фортепиано йүнәлештәре буйынса уҡыта. Ҡыҙҙары Елена Балтик федераль университетында уҡый. Дәүләт башлығы менән әңгәмәләшкәндә, Әхмәровтар яуаплы һәм ихтыярлы кешене нисек тәрбиәләү тураһында һорау бирҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, иң мөһиме - ата-әсәләрҙең шәхси өлгөһө, шулай уҡ ғаилә эсендә әхлаҡи ҡиммәттәргә һөйөү һәм тоғролоҡ. Бынан тыш Рәсәй Президенты тағы бер кәңәш бирҙе.






