Иглин балалар художество мәктәбе ойошторолоуға 50 йыл

Күркәм датаға бәйле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күргәҙмә асылды. Эскпозицияға балаларҙың төрлө жанр, стилдәге ижади эштәре ҡуйылды. Сараны асыу тантанаһында һүрәттәр юғары баһаланды, йәш авторҙарҙың профессиональ кимәлдә эшләүе билдәләнде. Педагогик коллективтың берҙәм эш һөҙөмтәһе - Республика, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яуланған. Күргәҙмәгә тәүгеләрҙән булып университет коллективы, студенттар шаһит булды.

Иглиндәге уҡыу йортонда 250 бала һынлы сәнғәт серҙәренә төшөнөп, ижади һәләттәрен аса. Билдәле булыуынса, күргәҙмәгә үҫеп килгән быуындың иң яҡшы эштәре килтерелгән. Экспозиция ай дауамында эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ