Был хаҡта Радий Хәбиров хәбәр итте. Кассета бомбаһы ярсығынан коллегабыҙҙың ҡулы яраланған, телефоны ярылған. Хәйер, уның менән барыһы ла яҡшы. Әле ул госпиталдә, яу яланына ашыға. Журналистарыбыҙ бөгөн ҡулдарына ҡорал тотоп ватанды һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта махсус операция зонаһында эшләүсе хәрби хәбәрселәр халыҡҡа дөрөҫлөктө еткерә, мәғлүмәт һуғышында оборона тота, - тип яҙған төбәк башлығы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Байтулла Фәтҡуллин былтыр декабрҙә Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән масхус хәрби операцияға юлланғайны. Уға тиклем «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Донбасста журналист сифатында командировкала ла булды.






