Аҡса төбәк һәм муниципаль бюджеттан бүленгән. Башҡортостан Хөкүмәтендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары ҡаралды. 2023 йылда Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары, Межгорье һәм Ағиҙел ҡалаларында бәләкәй һәм урта бизнес ойошмалары һаны артҡан. Быйыл эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына төбәк ҡаҙнаһынан финанслауҙы арттырып 200 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.




