Бының өсөн былтыр 383 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Программала ҡатнашҡандар матурлыҡ, йорт таҙартыу, фото төшөрөү, юридик һәм бухгалтер хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ ремонт, төҙөлөш йүнәлештәрендә шәхси эш асҡан. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән һәр кешегә 350 мең һумлыҡ адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.







