Бөгөн Астана ҡалаһында "Ҡаҙағстан-Башҡортостан" бизнес-форумы асылды

Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстан Башҡортостан өсөн төп тышҡы сауҙа партнеры. Беҙҙе шулай уҡ дөйөм мәҙәниәт, дөйөм  йолалар яҡынайта. Бизнес бәйләнештәр өсөн инфраструктура булдырылған. Кооперация үҫеше буйынса эшсе төркөм ойошторолған. Шулай уҡ гуманитар, мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу, туризмды үҫтереү буйынса эш алып барыла, тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров Ҡаҙағстан вәкилдәрен быйыл көҙ Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына саҡырҙы.

Фото №1 - Бөгөн Астана ҡалаһында "Ҡаҙағстан-Башҡортостан" бизнес-форумы асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ