Иглин районында медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса экозавод эшләй башлай

Бында йылына хәүефле төркөмгә ҡараған 3-4 мең тонна ҡулланылған медицина изделиеларын зарарһыҙландырырға мөмкин. Проект Рәсәйҙә тәүгеһе, ул Башҡортостан башлығы рәйеслегендәге «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралғандан һуң тормошҡа ашырыла. Яңы заводтың мөкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.

Автоклав тигән бер герметик аппарат 1 мең 800 шәфҡәт туташын алмаштыра. Йәғни, ул йылына 1 мең тоннанан ашыу ҡулланылған шприц, капельница, бинт, бирсәткә кеүек әйберҙәрҙе зарарһыҙландыра ала. Ошоға тиклем был бурыс медицина хеҙмәткәрҙәренең иңендә ятҡан. Яңы завод уларҙың эшмәкәрлеген еңелләштереүҙән тыш, хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә. Сөнки һүҙ йоғошло ауырыуҙарҙа тотонолған хәүефле медиицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү тураһында бара.

Инвесторҙар киләсәктә Башҡортостанда тағы ла бер экозавод төҙөргә ниәтләй. Был медицина учреждениеларынан ҡалдыҡтарҙы транспортировкалау эшен еңеләйтер тип көтөлә.

Заводта эш тулыһынса автоматлаштырылған, ҡул хеҙмәте ҡулланылмай. Йәғни, хеҙмәткәрҙәр хәүефле әйберҙәргә ҡағылмай, сир йоҡтороу хәүефе юҡ. Һауаға зарарлы матдәләр ҙә ташланмай, сөнки ҡалдыҡтар яндырылмай, пар ярҙамында зарарһыҙландырыла.

Дмитрий Артамонов, завод директоры

Медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу заводы «Инвестиция сәғәте»ндә хупланған проекттарҙың береһе. Ул бер йыл эсендә сафҡа индерелгән.

Иглиндәге экозавод Мәскәү өлкәһенең «Стериум» компанияһы тарафынан төҙөлгән. Был Рәсәйҙәге тәүге проект, ул дауахана-поликлиникаларҙа ҡулланылған изделиеларҙы үҙәкләштерелгән рәүештә юҡ итергә булышлыҡ итә.

Әлеге көндә республикалағы 5 меңдән ашыу медицина учреждениеһы йылына 30 мең тонна тирәһе ҡалдыҡ сығара, уларҙың 7 меңе б класлы хәүефле төркөмгә инә. Иглиндәге экозавод медицина ҡалдыҡтарының яртыһын эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Шуға күрә республикала киләсәктә ошондай тағы ла бер объект сафҡа индереү талап ителә.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ