Төбәктә «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә 150 педагогка берәр миллион һум аҡса тапшырылды

Ауыл-ҡасабаларҙа, ҙур булмаған ҡалаларҙа эш башлаған уҡытыусыларға ярҙам сараһы илдә уңышлы тормошҡа ашырылды һәм программаны 2030 йылға тиклем оҙайтыу маҡсаты ҡуйылды. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы менән Баҡалы ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Роксана Закирова ла файҙаланған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Роксана Закирова «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса еңеп, аҡсалата ярҙам алған. Бер миллион һумды йәш педагог Баҡалы ауылында йорт төҙөүгә йүнәлткән. Роксана Рөстәм ҡыҙы үҙе лә күп бала тәрбиәләүсе әсәй. Быға тиклем Туймазы ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләгән белгес тормошон Баҡалы мәктәбе менән бәйләргә тип хәл иткән.

Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы бишенсе йыл ойошторола. Уға ярашлы ауыл-ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация ҡаралған.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыуҙың үҙ шарттары бар. Түләүҙәр менән файҙаланған педагог район учреждениеһында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Программала 50 йәшкә тиклем белгестәр ҡатнаша ала.

2019 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл-ҡасабаларҙа уҡытыусыларға ярҙам программаһын тәҡдим итте. Дәртләндереү сараһы уңышлы тормошҡа ашырылды һәм программа 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Башҡортостанда программа буйынса 150 уҡытыусы дәүләт ярҙамы алып ҡыуанды.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ