Астанала Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев Радий Хәбиров менән осрашты

Күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә яңы этәргес. Астанала Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, был өсөнсө осрашыу. Тәүгеһе 2021 йылда ошо уҡ ҡалала үтһә, икенсеһе 2022 йылдың июнендә Санкт-Петербург иҡтисади форумы сиктәрендә үтте. Индустрия, агросәнәғәт комплексы булһынмы, гуманитар өлкәне - хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре киң һәм күп яҡлы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың идара итеү командаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылыуын билдәләне. Һуңғы ике өс йылда тауар әйләнеше күләме артҡан, сәнәғәт кооперацияһы үҫешә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ