Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» форумы старт алды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» форумы старт алды. Күләмле сарала Радий Хәбиров етәкселегендәге ҙур башҡорт делегацияһы эшләй. Сәнәғәт, нефть химияһы, машиналар төҙөлөшө, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгән компания етәкселәре эшҡыуарҙар яңы партнерҙар табып, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Форум барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Астаналағы Конгресс-үҙәктә башҡорт делегацияһын ҡаҙаҡтарҙың милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡаршы алдылар. Мәҙәниәт, йолаларыбыҙ, телебеҙ оҡшаш. Туғандаш республика менән Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тә йылдан-йыл нығый. Радий Хәбиров «Ҡаҙағстан-Башҡортостан» форумын асыу тантанаһында ҡатнашып, тәрән һәм һөҙөмтәле бизнес-бәйләнештәр булдырыу өсөн тейешле инфраструктура булдырылыуын билдәләне, юл картаһы буйынса саралар планы ла уңышлы тормошҡа ашырыла.

Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев форумдың ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә стратегик әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. 2022 йылда Башҡортостан менән тауар әйләнеше 10 процентҡа артып, 464 миллион долларға еткән. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса биш процентҡа үҫеш күҙәтелә

Форум сиктәрендә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышы үтте. Пленар сессияла иһә энергетика, машиналар төҙөлөшө, ауыл хужалығы тармаҡтарында берҙәм проекттар ҡаралды.

Конгресс үҙәктең был залында ҡыҙыу һөйләшеүҙәр алып барыла. Осрашыуҙар BTB форматында үтә. Башҡортостан менән Ҡаҙағстан компаниялары сәнәғәт, ауыл хужалығы, нефть химияһы һәм башҡа өлкәләрҙә Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен ҡарай. Визиткалары менән алмаша. Өҫтәлдә етештерелгән тауар өлгөләренән тыш, сувенирҙар продукцияһын да күрергә мөмкин. Әйтәйек, компанияларҙың береһе буласаҡ партнерҙарына башҡорт балын килтергән/

Киптерелгән ҡорот, талҡан, буҙа, ҡомалаҡ - Сибайҙан эшҡыуар Гөлназ Азатова кооперативта етештерелгән бай төр продукцияны Ҡаҙағстан баҙарына сығарырға ниәтләй. Күләм етерлек, ихтыяж да бар. Ҡаҙаҡтар төрлөләндереп эшләнгән милли ризыҡтарҙы шунда уҡ оҡшатты

Эшлекле осрашыуҙа ҡатнашҡан предприятиелар араһында Ҡаҙағстан менән оҙаҡ йылдар уңышлы эшләүселәр ҙә, бизнес партнерлыҡ юлына яңы ғына баҫыусылар ҙа бар. Башҡортостан исеменән 74 компания сығыш яһаны

Ҡаҙаҡтарҙы ауыл хужалығында ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, орлоҡсолоҡ тармаҡтары айырыуса ҡыҙыҡһындыра, Башҡортостанда бура тулы иген булыуын яҡшы беләләр.

Сара сиктәрендә гуманитар өлкәне, кәсепселекте, туризмды үҫтереү буйынса мөһим килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйылды. Әйткәндәй, башҡорт пенсионерҙары өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар, «Башҡорт-ҡаҙаҡ оҙон ғүмерлелеге» программаһы старт ала.

Ҡаҙағстанда туризмды үҫтереүгә иғтибар юғары. Астананы ғына алайыҡ, тап бында донъялағы иң ҙур мәсеттәрҙең береһе урынлашҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда асылған иман йортонда булып, объекттың архитектураһы хайран ҡалдырыуын белдерҙе. Ул 235 мең кешене һыйҙыра ала.

Бизнес-миссияға килгәндә, иртәгә лә Ҡаҙағстан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек булдырыу, яңы партнерҙар табыу буйынса эш дауам итәсәк. Башҡортостандың төп партнерына әйләнгән республика диалогҡа асыҡ, бөгөнгө сара ла ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуын дәлилләне

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ