Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин иң яҡшы мәҙәни проекттар өсөн премиялар тапшырҙы

Мәҙәниәт өлкәһендәге премия 2022 йылдың февралендә булдырылды. Йыл һайын уны ете лауреат ала. Рәсәй халыҡтарының фольклорын һәм традицияларын һаҡлауға, популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Хөкүмәт премияһы менән Башҡортостанда ойошторолған Бөтә донъя фольклориадаһы киң билдәләнә. Унда 40-ҡа яҡын дәүләттән делегациялар һәм 18 илдән милли коллективтар ҡатнашты. Премьер-министр примияны республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға тапшырҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ