«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен «Өфө» аэропортында ҡаршы алдылар. Унда БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ла булды.
Әхмәровтар хәҙер Бөтә Рәсәйгә билдәле. Бындай иғтибарға өйрәнмәгән күп балалы ғаилә тәүҙә уңайһыҙланып та ҡуйҙы. Ә өс йәшлек Роман иһә йоҡоһон бүлергә ашыҡманы. Мәскәүҙә лә Президент менән осрашыу һәр кемгә эләкмәгәнен аңлап та етмәне, ахыры... Улды нисек яуаплы һәм ихтыярлы кешене нисек тәрбиәләргә? Владимир Путинға ошо һорауҙы яҡташыбыҙ Анна Сергеевна бирҙе. Ил Президенты күп балалы ғиләгә һоҡланыуын белдереп, уларҙың был мәсьәләлә белеме һәм тәжрибәһе бай булыуын билдәләне.
Ғаилә башлығы Рөстәм Рощинский ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, хәләл ефете Анна сәнғәт мәктәбе филиалы уҡытыусыһы булып эшләй, вокал һәм фортепиано йүнәлештәре буйынса уҡыта. Улар «Минең ғаиләм» йырын йырлап ишеттерҙе.
Осрашыуҙа күп балалы Әхмәровтар менән өләсәләре - Хәҙисә Мирсәйет ҡыҙы ла булды. Президент менән аралашыу еңел, йылы мөхиттә үтте, ти ул.
Был иһә Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында барған «Рәсәй» күргәҙмә-форумынан күренеш. Унда Владимир Путин Ғаилә йылына старт бирҙе. Сарала Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Лилиә менән Илнур Мәхмүтовтар ҙа ҡатнашты. Улар тамашасыларға башҡорт йолаларын күрһәтте.
Илдең баш ҡалаһынан йөрөп ҡайтҡан күп балалы ике ғаиләне лә «Өфө» аэропортында ҡаршы алдылар. Рәсәйгә Башҡортостанды ғаилә традицияларын һаҡлаусы төбәк булараҡ танытҡан Әхмәровтар менән Мәхмүтовтарға Мәскәүҙә төшкән фотоһүрәттәре, сәскләр тапшырылды.
Әлфинә Килдейәрова






