Унда ҡала хакимиәте, торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре, депутаттар һәм активистар ҡатнашты. Форумда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: дөйөм йорт ҡулланылышындағы мөлкәт өсөн түләүҙәр, йылытыу, сүп сығарыу һәм ихатаны ҡарҙан таҙартыу мәсьәләләре тикшерелде. Бынан тыш, тармаҡта ҡануниәтте камиллаштырыу, быйылға төҙөкләндереү кек һорауҙар ҙа ҡаралды.



