Рәсәй президенты, республика етәксеһенең ҡотлау хаттарын юбилярға Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников тапшырҙы. Мария Чернова Благовещен районы Уҡман ауылынан. 6 бала әсәһе бар ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ағас ҡырҡыуҙа ҡатнашҡан. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас баш ҡалаға күсә. Бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән замандашыбыҙ бөгөн дә һыр бирмәй.






