"Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп иҡтисади партнерҙарының береһе. Төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар”. Республика башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, ике-өс йылда Ҡаҙағстан менән тауар әйләнешен миллиард долларға еткереү маҡсаты бар.
Быйыл Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре форумы уҙа. Уны юғары кимәлдә ойоштороу өсөн эш башланды. Республикала шулай уҡ "Рәсәй - спорт державаһы" конгресы үткәрелә. “Был йыйындар сауҙа-иҡтисади, гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҡеүәт бирәсәк”, - тип иҫәпләй иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.




