Республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре белгестәр менән осраша ала

“Ярҙам поезы” күсмә ҡабул итеү уҙғара. Ғинуарҙа граждандар менән осрашыу Нефтекама һәм Дүртөйлө ҡалаларында үтте. Министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре документтар юллау, медицина хеҙмәте һәм социаль ярҙам сараларына бәйле һорауҙарға яуап бирә. Поездың киләһе туҡталышы бөгөн Борай районы үҙәгендә була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалына мөрәжәғәт итә ала. Ул Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 268-01-02.

Фото №1 - Республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре белгестәр менән осраша ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ