Дума депутаттары Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документ авторҙары фекеренсә, 16 йәшкә тиклем балаларға ярҙам кәрәк, шуға уны тәрбиәләүсене эштән бушатыу ғаиләне бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалдырыуы мөмкин. Әле ғәмәлдә булған закон буйынса бындай норма 14 йәш менән сикләнгән.







