Халыҡ һалдаттарға ярҙам әҙерләй

“Еңеү өсөн берләштек!” Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында йәшәүселәр шулай ти. Халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн даими ярҙам туплай. Әле окоп шәмдәре яһайҙар. Ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова һөйләй.

Халыҡ һалдаттарға ярҙам әҙерләй

Балтас районында “Окоп шәме” акцияһы иғлан ителгән. “Бөгөн 4  туғаным махсус хәрби операцияла ҡатнаша”, - ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгөл Нафиҡова. Ул Башҡортостан яугирҙәренә ярҙам итеүҙе бурысы тип һанай.

Халыҡ һалдаттарға ярҙам әҙерләй

Яугирҙәр өсөн әҙерләнгән кәрәк-яраҡты Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ҡалдырырға була. Һәр район һәм ҡалала бүлексәләр бар. Улар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

Фото №1 - Халыҡ  һалдаттарға  ярҙам әҙерләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ