Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй студенттары көнөндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында булды. Уҡыу йортонда республика етәксеһе уҡытыусылдар коллективы һәм студенттар менән аралашты.
Институт уҡытыусылары араһында күренекле композитор Заһир Исмәғилевтың ҡыҙы, профессор, композиция кафедарһы мөдиреЛәйлә Исмәғилева ла бар. Башҡортостан башлығы институт бинаһына ингән урындың яңыртылған дизайнын ыңғай баһаланы һәм республиканың һөнәри уҡыу йорттары педагогтары һәм студенттарын Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы.



