Пенсия алды йәшендәгеләр эштән ҡыҫҡартылырға тейеш түгел

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы закон проектын ҡараны.Парламент ағзалары фекеренсә, ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ҡалһа, хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу дөрөҫ түгел һәм быны хоҡуҡи йәһәттән нығытыу мөһим. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың бишенсе пленар ултырышы тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы.

Был иһә балаларҙы яҡлау буйынса эштәр башҡарылмай тигәнде аңлатмай. Заман алға барған һайын киләсәк быуын алдында яңы һынауҙар, шарттар, хәүеф барлыҡҡа килә. Балалыҡты яҡлау дәүләт кимәлендәге стратегик йүнәлештәрҙең береһе.

Бала хоҡуҡтарын яҡлаусыларға ла талаптар көсәйә. Уларҙың вәкәләттәрен киңәйтеү ҙә көн талабы. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттарының балалар араһында буллингты сикләү тураһындағы закон проекты ла был йәһәттән урынлы һәм ваҡытлы башланғыс.

Парламент рәйесе урынбаҫарының башҡорт телендә сығыш яһауы коллегаһы Джефф Монсонды бер нисек тә һиҫкәндермәне. Башҡорт телендә сығыш яһаусыларҙы тыңлар өсөн ултырыштар залы ҡолаҡсындар менән йыһазландырылған. Улар аша закон проекттары рус теленә, кәрәк икән инглиз теленә лә тәржемә ителә.

Пленар ултырыштың көн тәртибенә йәмғеһе 50-гә яҡын мәсьәлә сығарылды. Уларҙың шаҡтай күп өлөшө республика ҡануниәтенә ҡағылышлы. Депутаттар дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһындағы законға ла үҙгәрештәр әҙерләй. Был төҙәтмәләр мәҙәни объекттарға ҡағыла.

Халыҡ һайланыусылары республиканың ғаилә кодексына ла үҙгәрештәр индермәксе. Проектҡа ярашлы, ғаилә ағзаларының береһе енесен үҙгәртеү осрағы айырылыу өсөн сәбәп була ала. Шулай уҡ бындай кешеләргә балаларҙы опекаға, попечителлеккә, уллыҡҡа биреүтыйыла. Парламент ағзалары ҡара металл тапшырыусылар өсөн дә сикләүҙәр әҙерләй. Икенсел сеймал менән һатыу иткәндә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү тыйыла. Ҡануниәтурлашыу, мутлашыуҙы сикләү, күләгәләге аҡса әйләнешен дә фаш итеү мөмкинлеге бирер, тип көтөлә.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ