Бөгөн Башҡортостандың Социаль фонды хеҙмәткәрҙәре «Ҡыйыулыҡтың 900 көнө» акцияһына ҡушылып, Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалды. Патриотик сара Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүҙең 80 йыллығына арналды. Илебеҙҙең Төньяҡ баш ҡалаһында блокада 872 көн дауам итә һәм ул Бөйөк Ватан һуғышында нацист Германияһының иң ҡурҡыныс енәйәттәренең береһе һанала. Әлеге ваҡытта Рәсәй, Абхазия, Көньяҡ Осетия, Приднестровье һәм Прибалтикала 56 мең ветеран йәшәй. Владимир Путин указына ярашлы, ветерандар Ленинградты азат итеүгә 80 йыл тулыуға арналған түләүҙәр алды.






