Адреслы социаль ярҙам һәм социаль контракт нигеҙендә һәм эшһеҙ граждандарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә 153 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам алырға мөмкин. Социаль контракт буйынса бизнес-планға ҡарап 350 мең һумға тиклем түләнә. Бөрө ҡалаһында былпрограмма менән файҙаланған эшҡыуарҙар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала
Ағас онтаҡтары оса, оҫтаханаға ҡарағайҙың тәмле еҫе тарала. Максим Патрушев был еҫкә һәм эшкә бала саҡтан балта оҫтаһы булған атаһынан өйрәнгән. Күңеленә яратҡан эштән ул килем алыу ысулын да тапҡан. Өҫтәл - ултырғыстар, ишектәр һәм башҡа төрлө йыһаздар етештерә. Бының өсөн тәүҙә оҫтахана төҙөгән, артабан мәшғүллек үҙәге менән берлектә бизнес - план төҙөп конкурсҡа ебәргән. Уға бер тапҡыр бирелә торған 153 мең һум аҡса түләнгән. Инвалид ҡатынын шәхси предприятиеһына эшкә урынлаштырғаны өсөн тағы 100 мең һум алған. Бөтәсуммаға оҫтахана өсөн станоктар һатып алынған.Патрушевтар ағас изделиеларетештереүменән 2022 йылданшөғөлләнә. Ҡатыны заказдар ҡабул итә, һөйләшеүҙәр алып бара.
Бөрө ҡалаһыныңбыл оҫтаханаһыиһә теген машиналары тауышынан тынмай. Регина Балбертовна аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн тәғәйенләнгән социаль контракт программаһы буйынса дәүләттән350 мең һум аҡса алған. Бында кадеттар өсөн костюмдар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы кейемдәр, йоҡо тоҡсайҙары тегелә. Эште ойоштороусылар тегергә һәләте булған ирекмәндәрҙе саҡыра. Тауар хәйриәлек буйынса һатып алына.
Республика мәшғүллек үҙәгебилдәләүенсә, аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн Соцконтракт адреслы социаль ярҙам сиктәрендә дәүләт ярҙамы менән былтыр республикала 1115 кеше бизнес асҡан, граждандарға дөйөм суммаһы 383 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелгән.
Үҙ эшен башлаусылар программала ҡатнашып алған аҡсаны ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға йүнәлтә.
Эшһеҙҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамбыйыл 165 мең һумға тиңләшкән.Ул 12 минималь хеҙмәт хаҡын тәшкил итә. Программала мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар ҡатнаша ала. Бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам алыу өсөн бизнес-план әҙерләргә һәм яҡларға кәрәк. Документты дөрөҫ рәсмиләштерергә мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә, улар программаның һәр этабында клиентты оҙатып бара.
2023 йылда «эшһеҙ граждандарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү» программаһының финанс ярҙамы менән 175 кеше бизнес башлаған. 2024 йылда программаға 19,3 миллион һум бүленгән.
Рәмилә Исмәғилева






