Кушнаренко районында интерактив комплекс презентацияланды

Кушнаренко районында Президент фонды гранттарына мәҙәниәт тәҡдимдәре нигеҙендә булдырылған интерактив комплекс презентацияланды. Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы базаһында барлыҡҡа килгән комплекстың исеме «Бөтә Европа бер ауылда фашизмға ҡаршы» тип атала. Төп тема- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кушнаренкола туланған Коминтерн башҡарма комитеты эшен яҡтыртыу. Интерактив картала район үҙәгендә уҡыған һәм эшләгән вәкилдәрҙең илдәре сағылдырылған. Проекттың дөйөм хаҡы 2 миллион ярым һум.

Музейҙа шулай уҡ махсус хәрби операцияға арналған айырым күргәҙмә лә эшләй. Был күргәҙмәгә алғы һыҙыҡтан ҡайтарылған экспонаттар ҙа бар. Снаряд ҡалдыҡтары, кассеталы бомба элементтары янында яугирҙарҙың хәрби кейемдәре лә урын алған. Хәрби темаға экскурсиялар ут эсенән яраланып ҡайтҡан яугир Роберт Хәзипов яуаплылығында.

Йәш быуын атай-олатайҙарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында, хәҙерге яугирҙарҙың махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары хаҡында белергә тейеш.

Роберт Хәзипов, Кушнаренко районы хәрби комиссариаты хеҙмәткәре
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ