Белем усағы Өфө фән һәм технологиялар университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк. Юғары уҡыу йорто профессорҙары ҡатнашлығында уҡытыу программаһы булдырылған. Лицейҙа Өфө фән һәм технологиялар уҡытыусылары ярҙамында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә проекттар тормошҡа ашырыла. Робототехника, 3 D моделен төҙөү кеүек йүнәлештәрҙә уҡыусылар белемен камиллаштыра. Кабинетты асыу идеяһы юғары класс уҡыусыларыныҡы. Улар инициативалы бюджетлау проектында ҡатнашып еңеүгә өлгәшкән. Лицей уҡыусыларына юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнер өсөн бөтә шарттар бар.






