Өфөлә Радий Хәбировты хуплап митинг-концерт ойошторолдо

Бөтә республика - бер майҙанда. Өфөлә «Торатау» конгресс-холы алдында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алып барған сәйәсәтте хуплап 50 мең тирәһе кеше йыйылды. Йәмәғәтселек республика етәксеһе экстремистарға ҡаршы алып барған көрәште яҡлап үҙәк майҙанға сыҡты, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Берҙәмлек, татыулыҡ девизы аҫтында үткән митинг-концерттан хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.

Өфөнөң үҙәк майҙанында йыйылған граждандар араһында төрлө милләт, төрлө дин кешеләре. Әммә уларҙың теләк-ниәттәре уртаҡ. Татыу, тыныс, берҙәм республикала йәшәү. Төбәктең төрлө район-ҡалаларынан йыйылған халыҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алып барған сәйәсәтте хуплап, республика етәксеһе менән бер ҡарашта, бер фекерҙә икәнлеген күрһәтте.

Берҙәмлек, татыулыҡ хистәре менән һуғарылған сарала ауыл халҡы, йәштәр һәм оло йәштәге граждандар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре йыйылды.

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар ҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән бергәбеҙ тип белдерҙе. Тыуған ере, тыныслыҡ өсөн алғы һыҙыҡта көрәшеүсе Ватан һаҡсылары республикала ғауға сығарырға теләүселәрҙе тәнҡитләне.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡ алдында сығыш яһап, республикала экстремизмға урын булмаясаҡ тип вәғәҙәләне. Төбәк етәксеһе, алып барылған сәйәсәт менән риза булмай тороп та, Башҡортостан киләсәге хаҡына диалог алып барырға теләүселәрҙең ҡулын ҡыҫам, тип белдерҙе.

Күп милләтле Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт, төрлө дини конфессиялар вәкилдәре йәшәй. Республикабыҙ элек-электән милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек өлгөһө булған төбәктәр исемлегендә. Ошо татыулыҡты һаҡлау, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен киләсәк быуындарға тапшырыу республикала алып барылған дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ