Өфөлә алданған бер төркөм өлөшсөләр фатир асҡыстары алды

Буш ҡыуыҡтан ысынбарлыҡҡа. Булмаған төҙөлөштә торлаҡ һатып алып алданған бер төркөм өлөшсөләр ниһәйәт фатир асҡыстары алды. Был юлы төҙөлөп бөткән, рәсми ҡағыҙҙары булған квадрат метрҙар. Тулҡынландырғыс мәлде ҡайһы бер алданыусылар ике тиҫтә йылға яҡын көткән.

Ишекте аса алмай аҙапланыу Илфат өсөн хәҙер көлкө генә .Иң ауыр ҡаршылыҡтар үтелде инде, ти фатир хужаһы. Ә инде булған йоҙаҡҡа асҡыс яратыу бер ни түгел. Был көндө Гәрәевтар ғаиләһе тиҫтә йылдан ашыу көткән. Ошо ваҡыт эсендә йорт мөлкәте урынына ҡатлам- ҡатлам документтар, ялыуҙар һәм ғаризалар тупланған. Өмөт өҙөлдө генә тигәндә бәхет йылмая.

Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереп алданыусыларҙың бәләһен ил баш ҡалаһынан килгән «Садовое кольцо» компанияһы хәл итергә ярҙамлашҡан. Өфөлә төҙөгән йорттарының байтаҡ фатирҙары республика властары менән килешеү нигеҙендә тап өлөшсөләргә бирелә. Ошо рәүешле яҡын киләсәктә алданыусылар исемлегенә индерелгән бар граждандар ҙа үҙҙәренә тейеш квадрат метрҙарын йәки компенсация аласаҡ.

Мутлашыусылар халыҡҡа ысын мәғәнәһендә һауа һатҡан. Енәйәтселәр әле төрмәлә, ҡайһы берҙәре ултырып сыҡҡан да инде, әммә алданыусыларҙың проблемаһы хәл ителмәгән. 2019 йылда республика башлығы был категорияға ҡараған алданыусыларҙың да проблемаһы хәл ителергә тейеш тигәйне. Һауа һатып алдыусыларҙың мәьсәләһе айырыуса ҡатмарлы. Шулай ҙа дөйөм көс менән атҡарып сыға алдыҡ. Төҙөлөшкә инеп алданыусылар проблемаһы ла тулыһынса хәл ителде. ӘЛе компаенсация түләү, фатирҙарҙы рәткә килтереп тапшырыу ғына ҡалған.

Артем Ковшов, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ