Салауат районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға гуманитар ярҙам ойоштора

Яугирҙарға ярҙам. Салауат районы ирекмәндәре, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ағзалары махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға гуманитар ярҙам ойоштора. Алғы һыҙыҡта ил һағында тороусыларға ихлас ярҙам ҡулы һуҙыусылар янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Рәсәй гимнына ҡушылып йырлаусы гүзәл заттарҙы тылда тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу теләге берләштерә. Уларҙың буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Салауат районы ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары ошо бүлмәгә көн һайын килеп өс төрлө маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Һалдаттар араһында япраҡ ысулы менән үрелгәндәре айырыуса ихтыяж менән ҡулланыла, ти оҫталар.

Ирекмәндәр ғаиләһенән ир-егеттәрҙең күпселеге алғы һыҙыҡта. Яҡындары менән теләктәш ханымдар араһында ҡәйнә менән килен,ҡоҙағыйҙары бер төптән булып ҡул эштәре менән мәшғүл булыусылар ҙа бар.

Салауат районы ирекмәндәре һалдат каскаһын дошман утынан ҡаплаусы маскировка башлығын 120, ә төрлө миҙгелдә ҡулланыла торған маскировка селтәрҙәрен 100-ҙән ашыу дана әҙерләгән.

Был бинала хәрби-ялан шарттарында яугирҙарға йыуыныу өсөн ҡоро душ әҙерләнә. Ул махсус пакеттарға туплана. Йыуыныу өсөн масус шыйыҡса тейешле миҡдарҙа шприц ярҙамында тултырыла. Окоп шәмдәре, гигиена-кәрәк яраҡтары иһә күптән инде яңы гуманитар ылау менән ебәреүгә әҙер.

Селтәр үргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй.Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр яугирҙарға хәленән килгәнсә ярҙам итә. Маскировка селтәрҙәре бер генә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалһа ла, көсөбөҙ бушҡа түгелмәгән, ти ҡатын-ҡыҙҙар.

Рөстәм Хәснуллин 2015 йылдан бирле Донбас еренә ярҙам ылауын туплап алып бара. Был мөһим эшкә ул яҡташтарын да күпләп йәлеп итә. Яҡын арала күмәк көс менән эшләнгән мунсаларҙы алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән яҡташтарына үҙе үк оҙатып барасаҡ.

Уазик, Нива автомобиле, мобиль мунсалар һалдаттар үтенесе буйынса тупланған кәрәкле әйберҙәр менән тулы. Электр генераторҙары, кер йыуыу машигалары, аҙыҡ-түлек һәм йылы кейемдәр гуманитар ылау менән тиҙҙән хәрбиҙәргә тапшырыласаҡ.

Малаяҙ күп профилле колледжы студеттары Станислав Николюк, Шамил Зарипов хәрби-ялан шарттарында һалдаттарҙың көнимешен еңеләйтеү өсөн тырыша. Егеттәрҙең яҡындары алғы һыҙыҡта илебеҙ дошмандарына ҡаршы торһа, ә улар тылда ошондай цехтарҙан сыҡмай эшләй.

Мейес өсөн тимер деталдәр халыҡтан йыйыла. Улар менән йәштәрҙе хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин тәьмин итә. Райондың бөтә ойошмаларын да яугирҙарға ярҙам итеү маҡсаты берләштерә.

Иретеп-йәбештереү цехында көнөнә бер-нисә блиндаж мейестәре етештерелә. Уның өсөн арматура, торба,газ баллоны ҡулланыла. Салауат районы ирекмән-йәштәре Еңеү өсөн «Күмәкләгән-яу ҡайтарған» тигән девиз менән эшләй һәм йәшәй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ