Унда төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне. Иң тәүҙә асыҡ сарала ҡатнашыусыларҙы «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмләне. Ул быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылының оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Асыҡ академияның да ошо юҫыҡта үҫешеүе һәм яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килеүе көтөлә.
Академия сиктәрендә лекциялар һәм практик дәрестәр ҙә ойоштородо. Мәҫәлән, үҙ-үҙеңде аңлау майҙансығында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко эшлелке ҡатын-ҡыҙҙар үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙо. Белгестәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы бәхетле булыу һәм зауыҡлы гардероб йыйыу серҙәре менән дә таншытырҙы.
Баш ҡала табиптары һәм тар профилле белгестәр 400-ҙән ашыу консультация уҙғарҙы. Табиптар балаларҙы ла ҡабул итте. Сара сиктәрендә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса брифинг үтте. Шулай уҡ көмөш йәштәге гүзәл заттар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы, улар быйыл февралдә старт аласаҡ өлкән йәштәгеләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүгә иҫәпләнгән проект менән танышты. Мәҙәнәит һарайында шулай уҡ һәр ҡатын-ҡыҙҙың ижади һәләтен асыуға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестестәре лә уҙҙы.






