Өфөлә иң яҡшы тәрбиәселәр исемлеге билдәле булды

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында конкурс баш ҡалала бер айҙан ашыу дауам итте. Уның барышында бәйгелә ҡатнашҡан Өфө балалар баҡсаларының 42 тәрбиәсеһе төрлө йүнәлештә профессиональ һынау үтте. Улар алдында тәрбиә процесында мәғлүмәт технологияларын файҙалана белеүҙе күрһәтеү, оҫталыҡ дәресе ойоштороу, баһалама комиссияһы менән әңгәмә үтеү һәм дебатта ҡатнашыу бурысы торған. Финалға бары 22 тәрбиәсе үткән. Конкурс балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереүҙе, мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Минең педагогик тәжрибәм 35 йылдан ашыу. Башта мин тәрбиәсе булдым, хәҙер педагог-психолог булып эшләйем. Йылдан-йыл тәрбиәселәр иңенә күберәк яуаплылыҡ төшә. Бөгөн тәрбиәсе заман менән бергә атларға тейеш. Уға видеороликтар йыйыу, презентация эшләй белеү зарур. Әммә төп бурысыбыҙ, әлбиттә, лайыҡлы быуын тәрбиәләү.

Ләлә Булгакова, Өфөнөң 158-се балалар баҡсаһы педагог-психологы, конкурс финалисы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ