Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың 115 йыллығына арналған хәтер кисәһе Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында үтте. Сарала генерал-майорҙың яҡташтары, тарихсылар һәм төрлө йәмәғәт ағзалары ҡатнашты. Башҡорт халыҡ һәм фронт йырҙары менән үрелеп барған кисәлә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла сығыш яһаны. Таһир Кусимовты яҡындан белеүселәр яҡты хәтирәләре менән бүлеште.



